Башҡортса «Китаптар»

image

Дуҫтар! Көтөлгән ваҡиға! Һеҙгә «Китаптар» башҡорт электрон китапханаһының төп версияһын эшләтеп ебәреүебеҙ тураһында ҡыуаныслы хәбәребеҙҙе еткерәбеҙ. Бынан һуң һеҙгә, башҡортса яратҡан китабығыҙҙы эҙләп, интернет гиҙеүҙең кәрәге ҡалмаҫ, балалар китаптарынан һәм классиканан фәнни хеҙмәттәргә тиклем барыһы ла уңайлы бер ресурста тупланды. Үҙегеҙгә йөкмәгеҙ, уҡығыҙ, китаптарығыҙҙы өҫтәгеҙ, дуҫтарығыҙ менән уртаҡлашығыҙ. Ә иң мөһиме — башҡортса уҡығыҙ!

http://kitaptar.bashkort.org/about

Әлеге көнгә сайтта башҡорт һәм башҡа телдәрҙәге 900-ҙән ашыу китап, дәреслек һәм журнал тупланды. Китаптар -төрлө форматта, шуға күрә уларҙы компьютерҙа ғына түгел, ә смартфондарҙа, планшеттарҙа һәм электрон китаптарҙа ла асыуы уңайлы.

Китапхананы артабан да яҡшыртыуҙы дауам итербеҙ, ләкин беҙгә ярҙамығыҙ кәрәк. Һеҙҙең был китапхананы тулыландырыуҙа ҡатнашыуығыҙ мөһим. Әйҙәгеҙ, уны бергәләп яҡшыртайыҡ, байытайыҡ! Етешһеҙлектәр тапһағыҙ беҙгә хәбәр итегеҙ, сервисты тағы ла уңайлыраҡ итеү тураһында уй-фекерҙәрегеҙҙе әйтегеҙ. Һеҙгә ниҙәр кәрәк икәнлеген яҡшыраҡ белһәк, беҙгә «Китаптар» китапханаһын камиллаштырыуы ла еңелерәк булыр.
Шулай уҡ үҙегеҙҙә булған, ләкин электрон китапханаға күсерелмәгән китаптарҙы бында һалырһығыҙ тип тә өмөтләнәбеҙ. Башҡалар ҙа шәхси китапханағыҙҙағы башҡорт әҙәбиәте хазинаһы менән таныша алһын ине. Тәү сиратта ниндәй китаптарҙы цифрлаштырыу кәрәклеген дә әйтерһегеҙ тип өмөтләнәбеҙ. 2016 йылдың 1 мартында бета-версияны һынау тамамланасаҡ, ә Өфөлә сервистың аҙаҡҡы версияһын күрһәтеү буйынса рәсми тантана үткәреләсәк. Тулыһынса эшләнеп бөткән китапханала уҡыу өсөн яңы, уңайлы инструменттар һәм меңдәрсә китап булыр.

Был тиклем ҙур күләмле проектты тормошҡа ашырыу еңелдән булманы. Айҙар буйына проект командаһы, «Башҡорт проекттары» берләшмәһе ирекмәндәре, китаптарҙы сканлау, цифрлау һәм интернетта эҙләү менән мәшғүл булды: Рәжәп Әхмәтйәнов, Марат Дауытов, Әлфиә Аҡбутина, Айнур Таңатов, Көнһылыу Ҡотлобаева, Марат Булатов, Марсель Урманшин, Ғәзиз Йосопов, Илмир Ишбаев, Сәлих Фәтихов, Тимур Йосопов, Әкрәм Әлибаев, Илнур Нурмөхәмәтов, Гөлсөм Теләүсина, Рәил Сәлимов, Алһыу Аҡбулатова һәм башҡа бик күптәр. Беҙҙең талантлы йәш эшкәртмәселәребеҙ Александр Батыргәрәев менән Алмас Ғиниәтуллинға бик ҙур рәхмәтлебеҙ. Уларһыҙ проект ғәмәлгә ашмаҫ ине. Рәхмәт! Китаптарҙы рәхәтләнеп уҡығыҙ!

Илдар Кинйәбулатов, «Башҡорт проекттары» берләшмәһе координаторы һәм Марат Әхмәтшин, «Китаптар» проекты координаторы.

Ә хәҙер хәбәрҙе дуҫтарығыҙға еткерегеҙ! Максималь репост!

Башҡорт клавиатураһында swipe булдырылды

Kika Keyboard постер

«Башҡорт проекттары» берләшмәһе Интернетта башҡорт телен ҡулланыуҙы тағы ла уңайлыраҡ итеү өсөн йәнә бер кескәй генә аҙым яһаны. «Android» операцион системалы ҡулайламалар өсөн яңыраҡ барлыҡҡа килгән һәм йылдам үҫеүсе «Kika keyboard» экран клавиатураһын эшләүселәр үҙ ҡушымтаһының яңыртылған версияһына беҙҙең ярҙам менән башҡорт хәрефтәре йыйылмаһын өҫтәргә риза булдылар. Улар үҙҙәренең эшкәртмәһен  «Сoolest, smartest, fastest» (иң шәп, иң аҡыллы, иң етеҙ) тип һүрәтләй. Килешәбеҙ, нәҡ шул сәбәптән башҡортса яңы экран клавиатураһы нигеҙе итеп «Kika»ны һайланыҡ та инде.

Kika keyboard ҡушымтаһын Google Play магазинынан алып ҡуйығыҙ

«Kika keyboard»тың төп өҫтөнлөктәре:

  • Тексты свайп (swipe) ярҙамында, йәғни бармаҡты экрандан алмай ғына, тиҙ һәм уңайлы итеп йыйыу.  Күптәрегеҙ белә: ул стандарт йыйыу ысулына ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ, шунлыҡтан уның башҡорт теле өсөн дә индерелеүен күптән көтә инегеҙ.
  • Текст йыйғанда һүҙҙең һүҙлектән алып ҡуйыла барылыуы. Ҡушымта шулай уҡ һеҙ йыйған һүҙҙәрҙе һәм фразаларҙы хәтерләп, артабан уларҙы автоматик рәүештә ҡуллана.  Мәҫәлән, һеҙ «Сәләм» тип яҙһағыҙ, ул «Сәләм, хәлдәр нисек?» тип тулыландырырға тәҡдим итә. Был бик уңайлы һәм текст йыйыу тиҙлеген арттыра.
  • Смайлдар йәки emoji (эмодзи) хәҙер теләгән бер урынға, бөтә ҡушымталарҙа, шул иҫәптән СМС-та ла, индерелә ала.
  • Ҡушымта emoji-ҙарҙың  хәрефтәрҙән торған иң ябайҙары ла (^.^) (͡° ͜ʖ ͡°), арт-коллаж итеп эшләнгән ҡатмарлылары ла (һүрәттәрҙе ҡара) ҡуйылған.
  • GIF-анимацияларҙың беркетмә китапханаһы, ул  яратҡан йәнле мемдарығыҙҙы башҡа ҡушымталарға инеп тормайынса туранан-тура ебәреү мөмкинлеген бирә.
  • Экран клавиатураһын биҙәүҙең (скиндарҙың) төрлө стилдәре.
  • Шулай уҡ башҡа бик күп көйләнмәләр.

Сит ил эшкәртмәселәре менән хеҙмәттәшлеккә килгәндә, улар эскерһеҙ һәм ихлас ярҙамлашты. Улар беҙгә: «Йәнә һеҙгә бөтәһе өсөн дә рәхмәт. Эшмәкәрлегегеҙҙә ҡатнашыу беҙгә мәртәбә өҫтәй. Бәләкәс кенә ярҙамыбыҙ һеҙгә, һеҙҙең дуҫтарығыҙға, хатта бөтөн Башҡорт халҡына файҙалы булыр, тип ышанабыҙ! Командабыҙ һеҙҙең тап беҙҙе һайлауығыҙ өсөн оло шатлыҡ кисерә», – тип яҙҙы. Беҙ бөтә башҡорттарға шуны еткерергә теләйбеҙ: әгәр ҡайҙа ла булһа башҡорт теле индерелмәгәнен күрһәгеҙ, был хаҡта һис икеләнеп тормайынса эшкәртмәселәргә хәбәр итегеҙ.

Ҡушымтаның эшкәртмәселәре: Kika keyboard team
Проекттың координаторы: Рәил Сәлимов
Башҡортса мобиль хәрефтәр урынлаштырыу схемаһы: Илдар Кинйәбулатов һәм Рәил Сәлимов
Башҡорт теленең йышлыҡ һүҙлеге: БДУ-ның компьютер филологияһы лабораторияһы

 

image00

Башҡортса яңылыҡтарҙы твиттерҙа уҡығыҙ!

Сәләм, йәмәғәт! Быға тиклем бөтөн башҡортса яңылыҡтарҙы агрегатор битендә генә уҡырға мөмкин ине, ә хәҙер Twitter хеҙмәте аша ла уҡып була. Беҙҙең рәсми каналыбыҙға яҙылығыҙ! @NewsBashkort

@NewsBashkort

Башҡорт электрон китапханаһы

Books_logo

Дуҫтар, белүегеҙсә, башҡорт китаптарының тираждары һәм һатылыштары йылдан йыл кәмей. Нәшриәттәр бының менән ризалашып хәҙер уҡыусыларының иң тоғро, әммә иң аҙ һанлы өлөшөнә өмөт итә. Йәштәрҙең туған телендә уҡыу ғына түгел һөйләшергә теләүселәре лә һирәгәйә. Шуға ҡарамаҫтан, китаптар уҡырға мөмкинеселек биргән бер ресурс та юҡ.

Битараф булмаҫҡа кәрәк. Халҡыбыҙ әҙәби мираҫының тарих биттәренән һыҙылып ташланынуна юл ҡуйырға ярамай. Шуға күрә беҙ башҡорт электрон китапханаһын төҙөй башланыҡ, йәиһә кәрәкле китапты тиҙ генә табып, тейәп алып уҡый торған урын.

Сайт төҙөү эштең тик бәләкәй өлөшө генә. Китапхананы тулыландырыу ауырыраҡ. Шунлыҡтан беҙгә электрон рәүешкә күсерелгән китаптарҙы интернет буйлап эҙләргә һәм яңы китаптар сканировать итергә ярҙам итә алған волонтёрҙар кәрәк. Бергәләп беҙ был проектты ғәмәлгә ашырырбыҙ.

Волонтёрҙар өсөн анкета: http://bashkort.org/reg

Анкетаның һәр тултырыусыһына беҙ барыһын да ентекле аңлатып бирәсәкбеҙ һәм инструкция ебәрәсәкбеҙ. Шулай уҡ һеҙ турыға проекттың координаторына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ: http://vk.com/ireck_wa_lee

Bashkort.org Яңылыҡтар хеҙмәте

news_bashkort.org_preview

Барығыҙ ҙа өр-яңы хәбәрҙәр менән Яндекс.Новости йәки Google News кеүек хеҙмәттәр аша урыҫ телендә танышаһығыҙҙыр, моғайын. Бындай сервис төрлө мәғлүмәттәрҙе эҙләгән саҡта бик уңайлы, бөтәһе лә бер урында тупланған. Хәҙер һеҙ барлыҡ көнүҙәк яңылыҡтарҙы башҡортса уҡый алаһығыҙ.

Таныш булығыҙ — Bashkort.org Яңылыҡтар!

Әлеге ваҡытта был хеҙмәттә 30-ҙан ашыу төрлө сығанаҡ бар: мәғлүмәт агентлыҡтары, телевидение, радио, матбуғат баҫмалары. Тиҙҙән ул башҡорт телендәге бөтә ресурстар менән тулыландырыласаҡ. Был уңайлы хеҙмәт менән компьютер һәм мобиль ҡулайлама аша файҙаланырға мөмкин. Ышанмаһағыҙ, тикшереп ҡарағыҙ!

http://bashkort.org/news

Сығанаҡтар исемлеге: Атайсал гәзите, Ашҡаҙар гәзите, Ашҡаҙар радиоһы, БСТ, Балҡантау гәзите, Башинформ, Башҡорт драма театры, Башҡортостан гәзите, Башҡортостандың мәҙәни донъяһы, Башҡортостан ҡыҙы, Башҡортостан президентының матбуғат вәкиллеге, Башҡортостан спорты, Гәзит.com, Даирә гәзите, Инйәр гәзите, Йүрүҙән гәзите, Йәйғор гәзите, Йәшлек гәзите, Көнгәк гәзите, Остаз, Сит телдәге яңылыҡтар, Тамаша журналы, Таң гәзите, Торатау гәзите, Урал гәзите, Шоңҡар журналы, Юлдаш радиоһы, Яйыҡ гәзите, Һаҡмар гәзите.

Читать на русском

Bashkort.ORG проектының яңылыҡтарына яҙылығыҙ!

Башкортостан райондарының картаһы

bashkortostan_map

Ҡайһылыр ваҡыт элек үҙемдең компьютерымда электән эшләлгән Башҡортостан Республикаһының тапҡайным. Унда райондар күрһәтелгән. Интернетҡа сығарып элергә булдым, сөнки күптәргә векторлы карталар кәрәк, ул төрлө осраҡтарҙы ҡулланыуы мөмкин. Бәлки, үҙегеҙгә лә кәрәк булыр. Архив эсенда төрлө форматтарҙа файлдар: EPS, SVG и AI (Adobe Illustrator).

Йөкләргә  ZIP архив, 1Мб

Читать на русском

Башҡорт проекттары өсөн хостинг

hosting

Читать на русском

Башҡорт телен һәм мәҙәниәтен үҫтереү өсөн тырышып эшләгән шәхестәрҙе, берләшмәләрҙе хуплайым. Бөгөн иң ябай һәм һөҙөмтәле ысул — ул үҙебеҙҙең мәғлүмәти мөмкинлектәрҙе һәм сервистарҙы үҫтереү. Шуның өсөн дә башҡорт телендәге 2-3 сайтты үҙемдең хостингта 1 йылға бушлай урынлаштырырға әҙермен.

Һеҙҙең күптәрегеҙ башҡорт телендә сайт йәки веб-сервистар булдырыу хыялы менән йәшәйҙер, моғайын. Бәлки, ниндәйҙер концепцияғыҙ йәки аныҡ планығыҙ барҙыр. Бынан тыш, ошо сайтты дауам итеү, уны үҫтереү өсөн әҙер мәғлүмәттәрегеҙ һәм буш ваҡытығыҙ бар. Иң мөһиме, һеҙ был ресурстың халыҡҡа файҙалы, кәрәкле булыуына ышанырға һәм уны аңлатырға әҙер булырға тейешһегеҙ.

Читать далее Башҡорт проекттары өсөн хостинг

Google Summer of Code 2013

Асыҡ кодлы софт донъяны үҙгәртә һәм киләсәкте булдыра. Ярҙам иткең киләме?

Логотип Google Summer of Code 2013

Google’дың „Код йәе“ программаһы (Google Summer of Code), яҡынса 6000 студентты һәм 300-ҙән артыҡ асыҡ кодлы компьютер программалары етештереүсе проекттарҙы берләштереп, миллионлаған юл кодты майҙанға килтерде. 2013 нең „Код йәе“н тағы ла шәберәк итеү өсөн кураторҙар һәм студенттарҙы ҡатнашырға саҡырабыҙ!

Google’дың „Код йәе“ программаһы студенттарҙы асыҡ код яҙыуға йәлеп итеү ниәте менән уйлап табыла. 2005 йылда башланған әлеге программаның бер нисә маҡсаты бар:

  • йәштәрҙең асыҡ кодлы программалар етештереү эшенә ҡатнашыуына этәргес биреү;
  • компьютер ғилеме йәиһә сиктәш фәндәрҙе өйрәнеүсе студенттарға йәй көнө дәреҫтәре һәм буласаҡ һөнәрҙәре менән бәйле өлкәлә эшләү мөмкинлеге биреү;
  • студенттарҙы ысынбарлыҡтағы программалау шарттары менән таныштырыу (мәҫәлән, бер проекта бер-береһенән йыраҡ арала булған кешеләрҙең ҡатнашыуы, программаларҙы лицензиялау мәҫәләләре, хат таратыу хеҙмәтендәге (mailing-list) тәртиптәр һ.б.);
  • бар кешелек файдаһына күберәк асыҡ кодлы программалар яҙыу һәм нәшер итеү;
  • асыҡ кодлы проекттарға яңы программистар табырға ярҙам итеү.

Уңышлы студенттарға, өс ай дауамында үҙҙәренең төп иғтибарын программалау проекттарына йүнәлдерергә мөмкинлек биреп, беҙ 5000$ күләмендәге стипендия тәҡдим итәсәкбеҙ. Был программа тулыһынса Интернет аша алып барыласаҡ. Уҙған йылдарҙа программала ҡатнашкан студентар һәм етәкселәр донъяның 100-ҙән артыҡ иленән ине.

Асыҡ кодлы проекттарҙан ғаризаларҙы Google 2013 йылдың 18 мартынан алып 29 мартына тиклем ҡабул итәсәк. Студенттарҙың ғаризалары 2013 йылдың 22 апреленән алып 3 майына тиклем ҡабул ителәсәк.

Ҡатнашыу талаптары, ғариза биреү тәртибе һәм (иң мөһиме!) футболка тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте түбәндәге сайттан таба алаһыҙ:
http://www.google-melange.com

Текст өсөн Рөстәм Батталға рәхмәт.

Принтерҙа баҫтырыу өсөн файл (ODT форматында)