Башҡорт проекттары өсөн хостинг

hosting

Читать на русском

Башҡорт телен һәм мәҙәниәтен үҫтереү өсөн тырышып эшләгән шәхестәрҙе, берләшмәләрҙе хуплайым. Бөгөн иң ябай һәм һөҙөмтәле ысул — ул үҙебеҙҙең мәғлүмәти мөмкинлектәрҙе һәм сервистарҙы үҫтереү. Шуның өсөн дә башҡорт телендәге 2-3 сайтты үҙемдең хостингта 1 йылға бушлай урынлаштырырға әҙермен.

Һеҙҙең күптәрегеҙ башҡорт телендә сайт йәки веб-сервистар булдырыу хыялы менән йәшәйҙер, моғайын. Бәлки, ниндәйҙер концепцияғыҙ йәки аныҡ планығыҙ барҙыр. Бынан тыш, ошо сайтты дауам итеү, уны үҫтереү өсөн әҙер мәғлүмәттәрегеҙ һәм буш ваҡытығыҙ бар. Иң мөһиме, һеҙ был ресурстың халыҡҡа файҙалы, кәрәкле булыуына ышанырға һәм уны аңлатырға әҙер булырға тейешһегеҙ.

Икенсе вариант, һеҙҙең башҡортса сайтығыҙ эшләй, әммә ниндәйҙер ауырлыҡтарға осрағанһығыҙ:

  1. Хостингҡа түләй алмайһығыҙ йәки нисек эшләргә икәнлеген белмәйһегеҙ;
  2. Һеҙҙе элеккке хостингтан ҡыуалар;
  3. Техник мәсьәләләрҙе насар беләһегеҙ;
  4. Уның менән шөғөлләнергә ваҡытығыҙ етмәй, ләкин һаҡларға теләйһегеҙ;
  5. Ҡасандыр яҡшы сайтығыҙ булған, әммә ябылған, ә бөтөн мәғлүмәттәр бэкапта ҡалған.

Тәҡдимдәрегеҙҙе миңә ебәрһәгеҙ ине. Әгәр минең хостинг урынлаштыра алырлыҡ кимәлдән күберәк тәҡдимдәр килһә, иң уңышлы һәм перспективалы бер-нисә сайтты һайлап алам. Һәр хәлдә миңә мөрәжәғәт итеүселәрҙең барыһына ла ярҙам итергә тырышасаҡмын.

Кемдең техник оҫталығы, мөмкинлектәре бар, һеҙҙең бөтәгеҙҙе лә ошо бик мөһим, ҡыҙыҡлы проекттарға һәм халыҡҡа ярҙам итергә саҡырам. Һеҙҙең сығымдар: базала — 10 мб, дискта — 100 мб һәм аҙнаһына бер сәғәт техник ярҙам. Ә сайт булдырырға теләүселәр өсөн был бик ҙур ярҙам, халҡыбыҙға баһалап бөткөһөҙ донъяуи ресурс буласаҡ.

Иғланды дуҫтарығыҙға һәм төркөмдәргә таратһағыҙ ине. Рәхмәт һеҙгә!

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *